Байрам алды аҙнаһының һәр көнө дин тотоусылар өсөн һынауҙар һәм рух ныҡлығын талап итә. Йола буйынса бар ҡанундар теүәл үтәлергә тейеш. Пасха Ғайса пәйғәмбәрҙең үлгәндән һуң терелгән көнөндә — Йәкшәмбелә билдәләнә. Христандар был байрамға көнэлгәре әҙерләнә. Таҙа кесаҙнала ғәҙәттә йыйыштырыу эштәре ойошторола. Хужабикәләр өйҙәрен йыуа, тирә-йүн тәртипкә килтерелә. Көнкүреш эштәренең йортто таҙартыу ғына түгел, ә күңелде яҡтыртыр, рухты сафландырыр әһәмиәте бар.Кисә таҙа кесаҙна булһа бөгөн Бөйөк Йома – йылдың иң ҡайғылы көнө. Тап йома Ғайса пәйғәмбәр тәрегә ҡаҙаҡланған. Был көндө мотлаҡ ҡорамға барып доға ҡылырға кәрәк, ти дин әһелдәре. Ғибәҙәт ҡылыуҙарҙың ҡорам сиктәрендә генә ҡалмауы һөйөнөслө. Христиан сиркәүе тарафынан пәйғәмбәрҙең үлем алды ғазаптарына бағышланған аҙнала изгелекле ғәмәлдәр хуп күрелә. Магазиндар был йәһәттән дин тотоусыларға яҡты сырай күрһәтә. Ризыҡ төрҙәре мул, хаҡтар тотороҡло.Йәкшәмбеләге байрам табынына ризыҡтарҙы изгеләтеү ҙә борондан ҡалған йола. Был көндәрҙә икмәк бешереү комбинаттары матур саралар ойоштора. Кибеттәргә оҙатылыр куличтарҙы бешергән саҡта уҡ ниндәйҙер тылсым һиҙелә. Икмәкселәрҙең кәйефе лә яҡшы.Кулич бешереүгә бәйле ырым-юрауҙарҙан ситтә тороғоҙ, ти дин әһелдәре. Икмәктең уңыу-уңмауы бары оҫталыҡтан тора.Байрам табынына йола буйынса талап ителгән ризыҡты өйҙә лә бешерергә мөмкин. Иң мөһиме уны изге уй-ниәттәр менән именлеккә бағышларға. Өйҙә бешерелгән куличтарҙы ғибәҙәтханаға алып барып изгеләтергә лә була. Ғибәҙәтханалар был ғмәлде аҙна аҙағына тиклем башҡара.
Православ христиандар был йәкшәмбе Пасханы билдәләй
Тулыраҡ: Православ христиандар был йәкшәмбе Пасханы билдәләй