Популяр йырсы Гөлназ Асаева 3 бала тураһында хыяллана

Тулыраҡ: Популяр йырсы Гөлназ Асаева 3 бала тураһында хыяллана

Популяр йырсы Гөлназ Асаева ышаныслы тормош иптәше һәм кәмендә өс бала тураһында хыяллана. Ошо турала ул “Ватан лайф” тапшырыуында бәйән итте. Мәскәүҙәге уңышлы карьера менән бер рәттән, Гөлназ Асаева кейәүгә уңышлы сығырға теләй. “Ватан” радиоһында барған тура эфирҙа ул тағы ла гастролдәре, “Джаннат” псевдонимының мәғәнәһе, хатта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә йыйыныуы тураһында һәм тормошоноң башҡа ҡыҙыҡлы мәлдәре хаҡында һөйләне. Әңгәмәнең тулы версияһын бәйләнештәге “Ватан” радиоһының төркөмөндә ҡарарға мөмкин.