Өфө-Ырымбур юлын ремонтлауға 1 млрд 300 млн һум бүленә

Тулыраҡ: Өфө-Ырымбур юлын ремонтлауға 1 млрд 300 млн һум бүленә

Капиталь ремонт эштәрен башҡарыуға конкурс иғлан ителгән, подрядсы ойошма 11-се майҙа асыҡланырға тейеш. Был суммаға трассаның 37 километрҙан, 52-сегә тиклемге өлөшөн ике йүнәлеш буйынса ла төҙөкләндереү күҙаллана. Техник талапҡа ярашлы, бында һалынасаҡ яңы асфальттан автомобилдәр сәғәтенә 120 километр тиҙлек менән йөрөй ала. Эштәр 23 октябргә тамамланырға тейеш.