Еңеү парадының репетицияһы

Тулыраҡ: Еңеү парадының репетицияһы

Мәскәү янындағы Алабино полигонында Еңеү парадының репетицияһы ойошторолдо. Полигон буйлап 12 мең хәрби һәм 120 берәмек техника үтте. Күнекмәләрҙә “Ярс” һәм “ТОР-М2ДТ” ракета комплекстары, “Тайфун-К” бронеавтомобилдәре ҡатнашты. Быйыл да Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығы киң билдәләнәсәк. Барлыҡ ҡалаларҙа ла тиерлек Еңеү салюты яңғыраясаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙ 30 миллионға яҡын ҡыһ һәм улдарын юғалтты.