Ауыл хужалығы эшсәндәре мул уңыш үҫтереү өсөн ерҙең етәрлек кимәлдә дым тартыуына өмөт бағлай. Башҡортостан быйыл 2 миллион 65 мең гектарҙа сәсеү эштәрен башҡарасаҡ. Кампания быйыл ғәҙәттәгенән һуңғараҡ ҡала, быға яҙҙың һуңлап килеүе сәбәпсе. Көҙҙән 441 мең гектарҙа ужым сәселгән, был алдағы йылдағынан бер ярым тапҡырға артығыраҡ. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, игенгә хаҡ төшһә лә, бөртөклөләр майҙаны кәмемәй, шулай ҙа хужалыҡтар ҡиммәтле культураларға өҫтөнлөк бирә.
Башҡортостанда быйыл 2 миллион 65 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарыласаҡ
Тулыраҡ: Башҡортостанда быйыл 2 миллион 65 мең гектарҙа сәсеү эштәре башҡарыласаҡ