Бөрйән районында бер-нисә ихата һыу аҫтында ҡалған

Тулыраҡ: Бөрйән районында бер-нисә ихата һыу аҫтында ҡалған

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында айырым йорттар ҡар һыуы аҫтында ҡалған. Ауыл халҡы малдарын имен урынға сығарыу хәстәрен күрә. Быйылғы ҡыштың ҡарһыҙ булыуының, ерҙең ныҡлап туңыуының тәүге һөҙөмтәләре. Бөрйәндәге Иҫке Монасип ауылы халҡы бөгөн ирегән ҡар һыуҙарына ҡаршы көрәшергә мәжбүр. Айырым ихаталар һыу аҫтында ҡалған. Иҫке Монасип халҡы әйтеүенсә, бындай хәл 24 йыл булмаған. Әлегә ауыл утрау хәлендә. Райондың коммуналь хужалығы технкаһына ла өмөт аҙ. Машиналар өсөн күпер юҡ. Ауыл хакимиәтенән бирелгән помпа ла ярҙам итмәгән. Уның ярҙамы менән тик һыу кимәлен арттырмаҫҡа тырышалар. Туң ерҙе хатта ҙур техника ла быраулап, тишә алмай. Иҫке Монасип менән Байназар ауылы халҡы хәҙер ерҙең иреп, ҡар һыуҙарын имен үткәрәсәгенә ышана.