Ашығыс хеҙмәттәр бында тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, аңлатыу эштәре алып бара. Иҫке Александровкала йәшәүсе Завиль Шәйәхмәтов аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтарҙы алдан хәстәрләгән. Шулай ҙа быйыл Ағиҙел ярынан сыҡмаҫ, тип ышана ул. Бында яҡынса 50 ғаилә көн күрә. Улар документтарҙы, дарыу, резина итектәрҙе алдан йыйнап ҡуйған. Малдарҙы ла ҡайҙа ҡыуырға хәстәрлек күрҙек ти халыҡ. Йылғаның ауылды баҫыуы икеле булһа ла, Иҫке Александровка халҡы ҡотҡарыусыларҙың иғтибары аҫтында. Йорт хужалары менән тейешле хеҙмәттәр тығыҙ бәйләнештә эшләй. Улар һәр йортҡа инеп аңлатыу эше алып бара.Урындағы халыҡ әйтеүенсә, ауылды һуңғы тапҡыр 79 йылда һыу баҫа. Аҙаҡҡы йылдарҙа эргәләге Ағиҙелдең әллә ни күтәрелгәне юҡ, ти улар. Белгестәр фаразлауынса, быйыл да Ағиҙелдең 3 м ғына күтәрелеүе көтөлә.
Иҫке Александровка ауылын һыу баҫыуы ихтимал
Тулыраҡ: Иҫке Александровка ауылын һыу баҫыуы ихтимал