Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Химик ҡоралды тыйыу буйынса ойошманың элекке етәксеһе Жосе Бустани Солсбери ҡалаһында Сергей Скрипальды ағыулау тураһында бик ашығыс белдереү яһалды, тине. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ағыу төрөн бер тәүлек эсендә билдәләү мөмкин түгел.
  • Рәсәй сит ил эштәре министрлығы һәм Рәсәй оборона министрлығы Сүриә хакимиәтенең Көнсығыш Гутала химик ҡорал ҡулланыуы тураһындағы хәбәрҙе ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип белдерҙе. Дума ҡалаһын террорсыларҙан азат иткәндән һуң төбәккә белгестәр ебәреләсәк. Ғәҙәттәгесә, ғәйепте Америка Дамаск менән Мәскәүгә япһарырға ашыҡты һәм Сүриәгә ҡаршы хәрби хәрәкәттәр башлау менән янаны. Политологтар иһә хөкүмәт ғәскәрҙәрен утҡа тотоу өсөн террорсылар үҙҙәре химик ҡорал ҡулланыуы ихтимал, тип белдерҙе.
  • Ҡырымда поезд менән микроавтобус бәрелешеү һөҙөмтәһендә 5 кеше һәләк булған, 7 кеше яраланған. Рәсәйҙең тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Авария Армянск ҡалаһы янында теркәлгән.
  • Мальта флагы аҫтында йөк ташыусы карап Истамбулда Босфор ҡултығында яр буйында урынлашҡан тарихи бинаға бәрелгән. Ул Рәсәй Сәғүд Ғәрәбстаны маршруты буйынса аҙыҡ-түлек ташыған. Һәләк булыусылар юҡ. 18-се быуатта төҙөлгән тарихи бина емерелгән. Күсемһеҙ милек баҙарында уның яҡынса хағы 85 миллион долларға баһалана. Унда нигеҙҙә, туй һәм концерттар үткәрелгән.