Дәүләт думаһында ошо туралағы закон проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде. Документҡа ярашлы, ҡороған йә ел ауҙарған ағастарҙы алыр өсөн бер ниндәй ҙә рөхсәт кәрәкмәй. Закон 2019 йылдан ғәмәлгә инә. Урман өҫтөндә йәшәп утынды ҡаланан ташыйбыҙ тип зарлана Зөлфирә ханым. Поддон өлөштәренән йүнләп йылы килмәй, ә яҡшы утындың хаҡы ла яҡшы. Бөтәһе лә Урман хужалығын үҙгәртеп ҡороуҙан башлана. Йығылған ағас тип халыҡ үҫеп ултырғанын ҡырҡа тигән дәлил менән урмандағы теләһә ниндәй ботаҡ закон менән яҡланды. 2006 йылда ҡабул ителгән законға ярашлы, йығылған ағасты рөхсәтһеҙ алыу тыйылды. Бының өсөн административ яуаплылыҡ та билдәләнде, ул яҡынса 3 мең тирәһе тәшкил итә, ә ағасты законлы алыр өсөн түләргә кәрәк, мәҫәлән ошо бүрәнә 100 һум тирәһе тора.
Ауған ағасты законлы алыу ҙа еңелдән түгел. Бының өсөн хакимиәттән рөхсәт, унан урман хужалығынан билет алырға кәрәк, аҙаҡ урмансы килеп һәр утынды билдәләп сығырға тейеш.Яңы закон бындай утынды халыҡҡа бер ниндәй бюрократияһыҙ алырға рәхсәт итә. Проект авторҙарының береһе Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Тәҡдим халыҡтан сыҡты ти ул. Был ҡарар халыҡҡа ҡоро утын әҙерләү менән бергә янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһен дә хәл итә тигән фекерҙә депутат. Әммә уның йылдар буйына һуҙылыуын иҫәпкә алғанда, законға ҡаршы булыусылар ҙа юҡ түгел, тәү сиратта экологтар. Ә дәлил шул уҡ ҡоро ағас урынына үҫеп ултырғанын ҡырҡасаҡтар. Урмансылар иһә контролде көсәйтергә һәм күҙәтеүселәр һанын арттырырға тигән фекерҙә. Башҡортостандың 56 миллион гектарын урмандар биләй. Был майҙанда йылына меңәрсә кубометр ағас ерҙә ятып серей. Республика халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алғанда, уның кеше өсөн файҙаһы күберәк булыр ине. 2019 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк закон килем өсөн түгел, ә файҙа өсөн эшләп китер, тигән ышаныс нығына