Дәүләкән экстремалдары

Тулыраҡ: Дәүләкән экстремалдары

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетына 27 райондан йорт ихаталарын, өйҙәрҙе һәм юлдарҙы ҡар һыуҙары баҫыуға бәйле граждандарҙан 234 мөрәжәғәт килгән.Был видео Дәүләкәндә төшөрөлгән. Ярҙарынан сыҡҡан йылға ағымы көслө булһа ла, водителдәр тимер юл күпере аҫтынан сығып ҡалырға тырыша. Был, әлбиттә, бик хәүефле. Машина һүнһә водителдәргә йылғаны кисеп сығырға тура киләсәк. Был осраҡта һалҡын һыуҙа ҡорошҡаҡ тартыу осрағы ла арта.