30 йылдан һуң фатирлы

Тулыраҡ: 30 йылдан һуң фатирлы

Өфөлә йәшәүсе икенсе төркөм инвалиды, үкһеҙ етем ҡалған Зөлфиә Аҙнағолова, ниһәйәт, үҙ торлағында йорт туйлай. Ни өсөн бер ярҙамһыҙ ҡалған кешегә дөрөҫлөктө даулап 30 йылға яҡын көрәшергә тура килә? Зөлфиә Аҙнағолова ғүмер буйы тиерлек, ҡот осҡос шарттарҙа донъя көтөргә, бала тәрбиәләргә мәжбүр була. 18 квадрат метрлыҡ дөйөм ятаҡ бүлмәһе уның өсөн 30 йыл дауамында аш-һыу әҙерләү, йоҡлау, ҡунаҡ ҡаршылау урынына әйләнә.Иренән айырылып, сабый менән бер үҙе ҡалғас, бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелә ҡатын. Тап бына ошондай сағында тормошона яңынан күҙ һала, һәм бындай шарттарҙа йәшәргә, бала тәрбиәләргә ярамай тигән ҡарарға килә ул. Тик тейешле фатирҙы алыу өсөн әллә күпме кәртәләр аша үтергә тура килә.Бар нәмәнән өмөттәрен өҙгән, кемдән ярҙам һорарға белмәй аптырауҙа ҡалған йәш ҡатынға әхирәтенең кәңәштәре ярҙам итә. Тап уның кәңәше буйынса, прокуратураға мөрәжәғәт итеп, торлаҡлы була. 98-се йылда уҡ бирелергә тейешле фатирҙы, Зөлфиә Аҙнағоловаға ошо көндәрҙә генә алыу бәхете тейә. Шайтан ғына өмөтһөҙ тиҙәр бит... Ниһәйәт өмөттәр аҡлана, хәҙер иһә бәләкәй генә булһа ла үҙ мөйөшөм бар, тип ҡыуана улСабый сағынан балалар йортонда тәрбиәләнгән, етмәһә икенсе төркөм инвалиды булған ҡатынға бер бүлмәле фатир алыу өсөн әллә нисәмә ишектәрҙе асырға, инәлеп-ялынырға, ысынлап та физик мөмкинлеге сикләнеүен, үкһеҙ етем булыуын , үҙ мөйөшөн булдырырға ярҙам кәрәклеген дәлилләргә тура килә.Прокуратура белгестәре әйтеүенсә, уларға ярҙам һорап йылына 20-30 етем, мөмкинлектәре сикләнгән 5-6 кеше мөрәжәғәт итә. Ғүмер буйы тиерлек үҙ йорто хаҡында хыялланған Зөлфиә хәҙер кинәнеп үҙ торлағында көн итә. Ошондай ауыр хәлдә ҡалғандарға белгестәр мотлаҡ прокуратураға мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.