Рәсәйҙә коммуналь түләүҙәр 4 процентҡа артыуы ихтимал

Тулыраҡ: Рәсәйҙә коммуналь түләүҙәр 4 процентҡа артыуы ихтимал

Был хаҡта төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень белдерҙе. Башҡортостанда торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең төбәк стандарттары раҫланған. Бында ғаиләнең уртаҡ килеме иҫәпкә алына. Әгәр торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләү артып китә икән, йәшәү урыны буйынса халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына һәм бүлектәренә субсидия юллап мөрәжәғәт итергә кәрәк.