“Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауға әҙерлек башлай

Тулыраҡ: “Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға һайлауға әҙерлек башлай

“Берҙәм Рәсәй” Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышына һайлауға әҙерлекте башлай. Сәйәси фирҡәнең төбәк бүлексәһе бөгөн һайлау алды программаһын әҙерләү мәсьәләләренә арналған ултырыш ойошторҙо. “Берҙәм Рәсәйҙең” төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев белдереүенсә, фирҡәнең һайлау алды программаһы нигеҙенә Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгән бурыстарҙы үтәү мәсьәләһе өҫтөн ҡуйыласаҡ. Әлеге мәлдә партияның һайлау алды программаһын төҙөүсе эшсе комиссия булдырылған. Программа иһә июндең икенсе яртыһына әҙер буласаҡ.