- “Джейш әль-Ислам” төркөмсәһенән 3 мең террорсы Думанан сыҡты. Был хаҡта Рәсәйҙең Сүриәлә һуғышыусы яҡтарҙы яраштырыу үҙәге вәкилдәре белдерҙе. Террорсыларҙың Көнсығыш Гутанан сығыуы тураһында үткән аҙанала һөйләшеп килешелгәйне.
- Рәсәйҙең генераль прокуратураһы Бөйөк Британияны Рәсәй кешеләренең үлем сәбәптәре тураһындағы мәғлүмәтте йәшереүҙә ғәйепләне. Илдең генераль прокуроры урынбаҫары Саак Карапетян Федераль именлек хеҙмәте экс-офицеры Александр Литвиненко, олигарх Борис Березовскийҙың үлемдәрен рәсми тикшереү йомғаҡтарын шик аҫтына ҡуйҙы.
- Һамарҙа “Йондоҙ” күңел асыу үҙәге янында урынлашҡан боулинг-клуб янып киткән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Бинала ремонт эштәре барған, тиҙҙән бында рок-н-ролл музейы асылырға тейеш булған.
- Тәфтиш комитеты Новосибирск дауаханаһында бала менән ҡаты мөғәләмә иткән өсөн енәйәт эше ҡуҙғатты. Шәфҡәт туташының 8 айлыҡ ҡыҙҙы карауатҡа ырғытыуы тураһындағы видеонан һуң урындағы хакимиәттәр төбәк һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡаланың барлыҡ медицина учреждениеларын тикшерергә ҡушҡан.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре