Хәҙер иһә күреү һәләте насар булған уҡыусыларға химия дәресе менән шөғөлләнеү күпкә еңеллерәк. Таблицаның ҡырында урынлашҡан төймәгә баҫып уҡыусылар динамика аша һәр бер элементтың атамаһын һәм бөтә мәғлүмәттәрен ишетә ала. Өфөнөң 153-сө лицейының туғыҙынсы класында белем алыусы Михаил Щербаковҡа Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап сығарыу өсөн ни бары ярты йыл ваҡыт китә. Техниканы бар яҡлап яҡшы белгән егет өсөн яңы асышты тормошҡа ашырыу әллә ни ҡыйынлыҡ килтермәй. Күреү һәләте насар булған мәктәп уҡыусылары өсөн ҡулайлаштырып эшләнгән интерактив таблицаның төп үҙенсәлеге –динамика. Һәр бер химик элементтың эргәһендә урынлаштырылған төймәгә баҫып тулы мәғлүмәт алырға була. Әйткәндәй, тауышты яҙҙыртыу өсөн Михаилға әсәһе ярҙамға килә. Күреү һәләте насар булған уҡыусыларға һәр бер химик элементты үҙләштереү өсөн уларға тулыраҡ ҡылыҡһырлама бирергә тура килә.Был интерактив таблица йәки стенд Михаилдың иң тәүге эше. Бында химик элементтарҙың рәте, төрҙәре һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәр күсерелгән. Шулай уҡ һәр бер шаҡмаҡҡа һәр бер химик элементтың атамалары йәбештерелгән. Ҙур асыштың иң тәүге эше хәҙер иҫтәлеккә һаҡлана.Интерактив стендты эшләп бөткәс, Михаил Щербаков төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Хәҙер иһә бөгөнгө заманда кәрәкле таблицаны Өфөнөң 28-се махсус мәктәп-интернатында ҡулланалар.Әйткәндәй, стенд – мәғлүмәт яғынан ғына түгел, ә уҡыусылар өсөн үҙ аллы шөғөлләнеү өсөн дә ҡулайлаштырылған. Төймәгә баҫып, уның һорауҙарына яуап биргәндән һуң, ул баһа ҡуя.Бер төймәгә баҫып ҡына бөтә мәғлүмәт алыу мөмкинлеге булған интерактив таблица хәҙер уҡытыусы ролен дә башҡара. Михаил Щербаков киләсәктә үҙе уйлап сығарған проектына патент алырға уйлай. Химия дәресенән тыш, күреү һәләте насар булған уҡыусылар өсөн математиканан да интерактив таблица эшләү – уның киләһе хыялы.
Өфөлә йәшәүсе Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап сығарған
Тулыраҡ: Өфөлә йәшәүсе Менделеев таблицаһының интерактив стендын уйлап сығарған