Ҡырмыҫҡалы районынан беҙгә ашығыс хәбәрҙәр килә

Тулыраҡ: Ҡырмыҫҡалы районынан беҙгә ашығыс хәбәрҙәр килә

Бында Олокүл ауылын һыу баҫа. Ауылда йәшәүселәр урам, йорт һәм ишек алдарының ҡар һыуыҙары менән тулыуы тураһында видеояҙмалар ебәрә. Һыу ауылға бәреп тигәндәй килеп ингән. Уға ҡаршы торорлоҡ түгел. Күп йорттар һыу аҫтында ултыра. Уларға ныҡ ҡына зыян килгән, тип хәбәр ителә.