Эҙәрмәндәр автосәйәхәткә сыға

Тулыраҡ: Эҙәрмәндәр автосәйәхәткә сыға

Ростов өлкәһендә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап автосәйәхәт ойоштороласаҡ. Тарихсылар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1942-1943-сө йылдарҙа башҡорт атлылары 2 мең 600 һуғышсыһын юғалта. Уларҙы эҙләү һәм хөрмәтләп ер ҡуйынына тапшырыу-беҙҙең изге бурыс, ти Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары вәкилдәре. Быйыл Республиканың ошондай 30-лаған отрядынан 200-ҙән ашыу эҙәрмән Ростов, Волгоград, Липецк өлкәләренә һәм Луганскийға экспедицияға сыға.