- Америка етәксеһе Сүриәләге хәлдәр сәбәпле Ҡушма Штаттар һәм уның ярандарының аҙымын көйләү өсөн илдә ҡалырға ҡарар иткән. Ул Тереза Мэй һәм Эммануэль Макрон менән телефон аша һөйләшкән. Көнбайын лидерҙары Сүриәлә химик һөжүмдә зарин һәм хлор ҡулланылған тип белдерҙе. Рәсми Мәскәү фекеренсә, химик һөжүм булмаған.
- Рәсәй тәҡдиме менән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының именлек шураһы ашығыс ултырыш үткәрҙе. Рәсәйҙең ойошмалағы вәкиле Василий Небензя Сүриәлә провакациялар булыу ихтималлығы тураһында Именлек шураһы бер-нисә тапҡыр алдан иҫкәртелде, тине. Ул Думалағы хәлде химик ҡоралдан һаҡланыу ойошмаһы менән берлектә тикшерергә саҡырҙы.
- Францияла экологтар һәм радикаль ҡарашлылар яулап алған торлаҡта йәшәүселәр ҡаршылыҡ акцияһына сыҡҡан. Улар лагерь биләмәһендә аэропорт төҙөүгә риза булмауҙарын белдергән. Митингта ҡатнашыусыларҙы ҡыуыу өсөн полиция күҙҙән йәш сығарыусы газ, тауышлы гранаталар ҡулланған. Яуап итеп икенселәре “Молотов коктейлен” ырғытҡан һәм шина яндырған.
- Приморье крайындағы полигондарҙың береһендә көнсығыш хәрби округының танк экипаждары араһында танк биатлоны үтә. Һөнәри оҫталыҡ конкурсында 150 хәрби, 20 берәмек хәрби техника ҡатнаша.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре