Дыуан районы Яңы Хәлил ауылы халҡы комбинатҡа тапшырылған һөт өсөн ике-өс айлап аҡса алмай интегә. Төпкөл ауылда урындағы халыҡ өсөн эш урыны юҡ. Шуға ла үҙ көстәре менән аҡса эшләргә тырышҡан хужабикәләр был килемдән дә мәхрүм. Тапшырылған һөт өсөн аҡса түләнмәүҙең сәбәбе нимәлә? Ләйсән Байышева көн аша Мәсәғүт һөт-консерва комбинатына һөт тапшыра. Ауылда эш булмау сәбәпле, йәшәрлек булһа ла аҡса эшләргә тырыша ул. Әммә һуңғы ваҡытта бер-нисә айлап хужабикәләр тапшырылған һөт өсөн аҡса алмай. Уның сәбәбен дә бер кем дә аңлатмай, ти улар. Байышевтар ғаиләһе барлығы дүрт баш һауым һыйыр аҫрай. Тап улар аҡса сығанағы булып тора ла инде. Ҡышҡыһын уларҙан яҡынса утыҙ литр һөт сыға. Әммә һаман аҡса түләнмәгәс, һөттө һатыуҙан файҙа юҡ. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, тәүҙә комбинат аҡсаны ваҡытында түләп барған. Һуңғы арала уның бурыстары йыйылған. Көн дә бер үк яуап. Һөт йыйыусы Вафа Мөбәрәков һәр иртән бер нисә ауылға йөрөп комбинатҡа һөт ташый. Һуңғы ваҡытта, аҡса булмау сәбәпле, һөт тапшырыусыларҙың һаны ла күпкә кәмене, ти ул. Әйткәндәй, ауыр хеҙмәт менән эшләнелгән аҡсаны ауыл халҡы былтыр ҙа ҡайтара алмай интеккән. Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты директоры әйтеүенсә, аҡса түләнмәүҙең сәбәбе предприятиеның финанс хәленә бәйле. Шулай ҙа тапшырылған һөт өсөн аҡса тиҙҙән ҡайтарыласаҡ, тип белдерҙе һөт-консерва комбинаты директоры. Мәсәғүт һөт-консерва комбинатындағы хәл Республика ауыл хужалығы министрлығының күҙәтеүенә алынды. Яңы Хәлил ауылы халҡына хәҙер тапшырылған һөт өсөн аҡсаны көтөргә генә ҡала. Ауыл халҡы тапшырылған һөт өсөн башҡаса бындай аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡмаҫ, тип ышана.
Һөт өсөн аҡса ҡасан түләнер?
Тулыраҡ: Һөт өсөн аҡса ҡасан түләнер?