Шәхси диетолог урынына махсус ҡушымта

Тулыраҡ: Шәхси диетолог урынына махсус ҡушымта

Стәрлетамаҡ ғалимдары сәләмәт туҡланыу һағында торор виртуаль ярҙамсы уйлап сығарған. Ул кеҫә телефонына “аҡыллы үлсәү” тоташтырып кешенең ауырлығын даими контролдә тота. Ерҙәге һәр икенсе кеше ваҡытында иҫкәртелмәгән сир сәбәпле яҡты донъя менән бәхилләшә. Ауырыуға еткермәйенсә, һаулыҡты алдан хәстәрләү беҙҙең дәүерҙә иң киң таралған өндәүҙәрҙең береһе. Берәүҙәр иммунитетты дөрөҫ аҙыҡ ҡушымталары менән нығыта, икенселәр махсус күнекмәләргә баҫым яһай. Һәммәһенең маҡсаты — сәләмәт тормош. Стәрлетамаҡта төпләнгән ғалимдар төркөмө һаулыҡҡа зыян килтерер бәләне бирәнлек һөҙөмтәһендәге һимереүҙән күрә. Төп хәүеф – шәкәр диабеты, ти Булат Иҙрисов. Ябығыу һәм матдәләр алмашыныуы боҙолоуға бәйле үҙгәрештәрҙе иҫкәртеү программаһы кеҫә телефоны, аҡыллы үлсәү, аҙымиҫәпләгес, видеодәрестәр һәм кейс менеджерҙан ғибәрәт. “Панацея Клауд” проектына оҡшаш ярҙамсылар күп. Бәғзеләр һәр аҙымын һәм көндәлек ризыҡ ҡеүәтен иҫәптә тотор сараларҙы ҡул сәғәте урынына йөрөтә. Конкуренттарҙан беҙҙе фитнес-тренер, табип, психолог кеүек белгес белешмәләрен бер юлы биреү менән сирҙе дауалау түгел, ә иҫкәртеү ысулында нигеҙләнеү айыра, ти проект авторҙары. Хроник сирҙәргә цифралы терапия. Заман белгестәре заман ысулын смартфонға махсус ҡушымта урынлаштырып башҡарырға тәҡдим итә. Ҡушымтаның өҫтөнлөгө шунда сәләмәт тормош алып барыусы кәрәк саҡта табип менән бәйләнешкә сыға ала. Бәйләнеш өсөн табиптың үҙең белгәнен һайларға ла, ҡушымта тәҡдим иткәне менән ризалашырға ла мөмкин. Виртуаль ярҙамсы ысулын социаль селтәрҙәр ҙә киң тарата. Диетолог хеҙмәтен тәҡдим итеүселәр һәм уларҙы ҡулланыусылар етерлек. Өфөләге доктор Регинаға, мәҫәлән, бөтә донъянан яҙылыусылар 300 меңгә яҡын. Белешмәне скайп аша алалар. Сәләмәт тормош яҡлыларҙың теләге билдәле – сирҙәрҙе иҫкәртеп ғүмер оҙайлығын арттырыу. Маҡсаттары ла изге – кешелекте именлеккә илтеү. Нәфселәре лә тыйнағыраҡ булһа гармонияға алыҫ ҡалмаҫ ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, диетолог хеҙмәтенә хаҡтар сәләмәт булырға ҡарар иткән һәр кемдең кеҫәһенән түләр кимәлдә түгел.