Благовар районында йәшәүсе 5 етем баланы яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр

Тулыраҡ: Благовар районында йәшәүсе 5 етем баланы яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр

Ике йыл элек ире мәрхүм булғас, ул балаларҙы приютҡа ҡайтарыуҙан баш тарта һәм ҙур ғаилә өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. 10 йәшлек Алик өйҙәге иң оло ир-егет булараҡ аш алды намаҙын уҡый. Бер өҫтәл артында төрлө милләттән 4 ғаиләнән йыйылған балалар. Уларҙа берҙәмлек һәм бер-береңде туған тип ҡабул итеү тойғоһо көслө. Балаларҙы уллыҡҡа алып ваҡытынан алда киткән Бәхет исемле атай шулай тәрбиәләгән. Төп тәрбиә алымы – хеҙмәт. Малайҙар ҡулынан килгәнсә ирҙәр эшен башҡара, ҡыҙҙар аш-һыу бүлмәһендә. Дилә Мәхүтова балаларҙың һәр минутын күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырыша. Һөнәре ҡушыуы буйынса уға күп ваҡыт балалар менән эшләргә тура килә. Шуға ла уны өйҙәгеләр ҙә, уҡыусылары ла ярата.Тик йылмайуысан, ихлас уҡытыусы, әсәй кеше иңендә ниндәй ауырлыҡтар ятҡанын күп кенә ололар ҙа белмәй. Ғаилә башлығынан ҡалғас йортто ауыр тынлыҡ ялмап ала. Балаларҙың йөҙөндә беҙҙе кире приютҡа ебәрмәгеҙ тигән ҡараш ине тип күҙ йәштәре аша хәтерләй әсә кеше. Был ғаиләлә төп ҡағиҙә тәртип, һәр нәмәлә тәртип тәрбиәләр өсөн балаларҙы спортҡа ылыҡтаралар, әсә кеше көн дә саңғыла йөрөп ҡайтырға ла өлгөрә.Тик спортты яратҡан ҡыҙҙары түңәрәккә йөрөү мөмкинлегенән мәхрүм, күрше ауылдағы мәктәпкә төштән һуң автобус йөрөмәй. Һәм был проблемаларҙың кесеһе генә.Күп балалалы ғаилә Яңы Никольский ауылының иң осонда йәшәй. Бынан туҡталышҡа тиклем яҡынса ике километр йәйәү атларға кәрәк. Ҡышын был артыҡ ҡатмарлы булмаһа, яҙын бында хатта машинала ла үтеп булмаясаҡ.Өҫтәүенә ауылдан район үҙәгенә автобус аҙнаһына 3 тапҡыр ғына йөрөй. Иң кесе инвалид улы менән әсә кешегә юлдаш эҙләргә тура килә.