Урындағы хакимиәт һәм төҙөлөш ойошмалары уртаҡ тел табып, оҙаҡ йылдар төҙөлмәй торған йорттарҙы сафҡа индергән. Бындай уңыштың сере нимәлә? Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Зинаида Зинина дауаханала эшләүен дауам итә. Сөнки, ғүмер буйы йыйған ағсаһын ул торлаҡ төҙөлөшөнә индерә. Әммә, хыялланған фатирҙы йылдар буйына көтөргә тура килә. Хәҙер хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе.Бер нисә йыл элек Салауат ҡалаһында йөҙләгән алданған өлөшсө, ә йорттарҙың күбеһенең нигеҙе генә бар ине. Хакимиәт яңы төҙөлөш ойошмалары һәм төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индергән кешеләр менән осрашып, мәсьәләне ыңғай яҡҡа хәл итергә өлгәшә. Бекетов урамындағы 4 йорт төҙөлә башлай һәм 2014-се, 15-се йылдарҙа файҙаланыуға тапшырыла. Йорттар газ, электр энергияһы, йылы һәм башҡа коммуникациялар менән тәьмин ителә. Оҙаҡ йылдар үҙ фатирҙарын көткән ғаиләләр матур һәм заманса торлаҡҡа күсә. Мәсьәләне төрлө яҡлап хәл итәләр. Иң мөһиме яңы килгән төҙөлөш ойошмаһы элекке йәмғиәттең вәкәләттәрен ала һәм эш башлай. Алданған өлөшсөләр яңы төҙөлгән йорттан йә башҡа өйҙәрҙән фатир ала. Төҙөлөш ойошмаһына арзаныраҡ хаҡ менән ер бүленгән. Бынан тыш, башҡа ташлама ҡаралған. Хакимиәт белгестәре тулыһынса серҙе асып етмәй. Салауат ҡалаһында дөйөм алғанда 256 кеше алданған өлөшсө тип иҫәпләнә ине. Уларҙың күбеһе Бекетов урамында урынлашҡан 4 йортта өй туйланы. Ҡалғандары иһә быйыл йәй үҙ фатирҙарына инәсәк, әле унда һуңғы эштәр тамамлана. Был йорт 2007-се йылда төҙөлә башлай, ошо урында нигеҙе генә була. Төҙөлөш ойошмаһы һәм инвестор бөлгөнлөккә төшкәс, торлаҡты сафҡа индереү туҡтап ҡала. 2015-се йылда яңы инвестор килә һәм төҙөлөш яңынан йәнәләнә. Тиҙҙән, фатир хужалары өй туйлаясаҡ. Был йорт файҙаланыуға тапшырылыу менән Салауат ҡалаһында алданған өлөшсөләр ҡалмаясаҡ.