“Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү”гә һорауҙар ҡабул ителә башланы

Тулыраҡ: “Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү”гә һорауҙар ҡабул ителә башланы

Иртәнге туғыҙҙан башлап колл-үҙәктәге телефондар тынмай. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн мөрәжәғәттәр ике телдә – башҡортса һәм русса ҡабул ителә. Тәүге өс сәғәт эсендә генә 300-ҙән ашыу шылтыратыу булған. Әлегә был һорауҙар махсус электрон порталда теркәлеп бара. Һәр шылтыратыусыға айырым карточка асыла. Унда кешенең исем-фамилияһы, йәшәгән урыны, телефоны йәки электрон почтаһы ла яҙыла. Был аҙаҡ шылтыратыусы менән бәйләнешкә инеү өсөн кәрәк. Сөнки ойоштороусылар әйтеүенсә, бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү 19 апрелдә киске сәғәт етелә була.