1961 йылдың 12 апрелендә барлыҡ доньяны иҫ киткес яңылыҡ солғап ала.Ғәлләмдә кеше һәм ул – Совет кешеһе. Беренсе йыһан гиҙеүсе Юрий Гагариндың “Восток” карабындағы был сәйәхәте 108 минут дауам итә. 1962 йылда кешенең йыһанға осоуының бер йыллығын билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә СССР Юғары Советы Президиумы Космонавтика көнөн байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуя. 2011 йылдың 7 апрелендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының махсус пленар ултырышында 12 апрелде Халыҡ-ара космонавтика көнө, тип иғлан итеү тураһында резолюция раҫлана.Бөгөн космонавтика көнө уңайынан Башҡортостан Хөкүмәтендә Юрий Гагарин исемендәге Олимпиадаһы үҫешенә тос өлөш индереүсе республиканың мәғариф хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү сараһы үтте. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттарын Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.Бүләкләү тантанаһына шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Геройҙары, летчик -космонавт Сергей Ревин, Совет һәм Рәсәй граждандар авиацияһы летчигы Владимир Шарпатов та саҡырылғайны. Улар Олимпиадала ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм сараға йыйылғандарҙы байрам менән тәбрикләне. Тантанан һуң летчик-космонавт Юрий Гагариндың бюстына сәскәләр һалынды.
Бөгөн Рәсәйҙә Космонавтика көнө билдәләнә
Тулыраҡ: Бөгөн Рәсәйҙә Космонавтика көнө билдәләнә