Зубов ауылында һыуҙы һурҙырыу бара

Тулыраҡ: Зубов ауылында һыуҙы һурҙырыу бара

Бөгөн һыу аҫтында ҡалған Зубов ауылында һыуҙы һурҙырыу башланды. Төнө буйы ауылда ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы хеҙмәткәрҙәре дежурҙа торҙо. Ауылда әле тиҫтәләгән йорт һәм ихата һыу аҫтында ҡала. Һыу көтмәгәндә иртәнге сәғәт алтыларҙа килә башлай. Кешеләр ашығыс рәүештә балаларын, барлыҡ документтарын алып, өйҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр була. Йылға ташҡас, Айҙар Мөхәмәтйәнов ҡуян һәм һарыҡтарын ҡотҡарыу өсөн кәртәһенә йүгерә. Ҡыҙғаныс, уларҙың күбеһе батып үлә. Зубов ауылында йөҙгә яҡын йорт һәм ихата һыу аҫтында ҡалды. Уларҙа 200-гән кеше, шул иҫәптән 35 бала йәшәй. Ваҡиға урынында ҡотҡарыусылар һәм мобиль төркөм эшләй.Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре кешеләрҙе имен урынға эвакуацияланы. Шулай уҡ, һыу аҫтында ҡалған автомобилдәрҙе сығарырға ярҙам итте. Иң мөһиме кешеләр араһында зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар теркәлмәне.Һыу аҫтында ҡалған йорттарҙан халыҡты махсус техника менән генә түгел, ә БТР менән дә эвакуацияланылар. Һыуҙың тәрәнлеге метр ярым самаһы. Әле техника йөҙөп бара. Кешеләр йорттарын ташлап китергә теләмәй, сөнки, үҙ мөлкәте өсөн борсола. Шуға күрә, ҡотҡарыусылар даими рәүештә рейд ойоштора.Күрелгән саралар Берҫеүән йылғаһын икенсе юҫыҡҡа ебәрергә ярҙам итте. Кискә ҡарай Зубов ауылына һыу килеүе туҡтаны. Бөгөн урындағы хакимиәт һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре һыуҙы һурҙыра башланы. Халыҡ өсөн мәктәптә һәм балалар баҡсаһында ваҡытлыса йәшәү урындары ойошторолдо. Ерҙең туң булыуы сәбәпле Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә ҡар иреп, ауылдарҙы һыу баҫты. Ошондай хәл Баймаҡ, Дыуан, Бүздәк, Кушнаренко һәм Дүртөйлө райондарында теркәлде. Быға тиклем республикала 20-гә яҡын йылға асылды, ә кисә Ағиҙелдә боҙ китте. Ташҡын көслө булмаһын һәм күперҙәрҙе емермәһен өсөн хәрбиҙәр айырым участкаларҙа боҙҙо шартлата.