Йылғаларҙың кимәле күтәрелә бара

Тулыраҡ: Йылғаларҙың кимәле күтәрелә бара

Һуңғы тәүлектә Ағиҙел йылғаһы Өфө ҡалаһы янында 67 сантиметрға артҡан һәм тәрәнлеге 3 метр 49 сантиметрға еткән. Дим йылғаһы Бочкарев ауылы тирәһендә 55 сантиметрға күтәрелгән, кимәле 5 метрҙан ашыуыраҡ. Ә бына Шаҡша биҫтәһе янында Ҡариҙел һәм Стәрлетамаҡ тәңгәлендә Ағиҙел йылғалары кәмей башлаған. Һуңғы тәүлектә улар 27 һәм 11 сантиметрға һайыҡҡан.