Оҫталыҡ дәресе

Тулыраҡ: Оҫталыҡ дәресе

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш торакаль хирургы Өфөләге хеҙмәттәштәренә оҫталыҡ дәресе бирҙе. Профессор ассистенты вазифаһын был юлы робот үтәне. Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында быйыл февралдә генә асылған робот хирургияһы бүлеге Волга буйы федераль округында берәү генә. Ике ай самаһы ваҡыт эсендә бында хирургияның төрлө тармаҡтарындағы илленән ашыу операция уңышлы яһалған. Әле иһә робот күкрәк ситлегендәге ағзаларға операция яһау тәжрибәһенә башланғыс һала. Да Винчи системаһын файҙалана башлағансы Петр Яблонский Өфөлә Страсбург университеты профессоры менән берлектә күкрәк ситлеге соҡорайыу патологияһын төҙәтеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргәйне. Һөҙөмтәлә Башҡортостан табиптары был өлкәлә дауалауҙың яңы ысулдарын үҙләштерҙе. Хәҙер иһә республика халҡы Өфөнән ары китмәй генә юғары технологиялы медицина ярҙамына иҫәп тота ала. Үпкәһе ауырыуҙарҙың һыҙланыуын еңеләйтергә робот ярҙам итә.Медицина университеты клиникаһының торакаль хурургтары тәүлегенә ошондай 4 операция эшләй. Операциялар квота буйынса яһала, берәүһе дәүләткә уртаса 240 мең һумға төшә. Сирлеләрҙе һайлап алыу шарттары бар.Күкрәк ситлеге ағзаларын робот хирургияһы ярҙамында дауалау тәжрибәһен ғәмәлдәге табиптар менән бер рәттән студенттар ҙа алды. Операция барышын улар лекциялар залынан күҙәтте. Хирург ҡулын роботлаштырыу тәү сиратта сирлеләргә мәнфәғәтен хәстәрләй. Өс Д камера операцияны табип түгел, ә ауырыу өсөн еңеләйтә. Һыҙланыуҙар кәмерәк, тергеҙелеүгә тиҙерәк өлгәшелә, тәндән операция эҙҙәре тиҙ уңала. Иң мөһиме – робот яңы барлыҡҡа килгән шештәрҙе һаҡлыҡ менән эҙемтә ҡалдырмай сүпләп ала. Да Винчи роботтары менән эшләгән Өфө табиптарының хәҙер хирургияның йәнә бер тармағында операцияларҙы донъя талаптарына тап килтереп яһауы һаулыҡ һаҡлауҙа алға китешкә булышлыҡ итәсәк.