Стәрлебаштың айырым иҡтисади төбәге

Тулыраҡ: Стәрлебаштың айырым иҡтисади төбәге

Райондағы Йәшергән ауылында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны арта. Фермерлыҡ хужалығы менән үҙ йүнен күргән Биктимер Ғиләжев өсөн әле уттай ҡыҙыу эш мәле. 125 гектар майҙанда сәсеүҙе хәстәрләү, һимертергә ҡуйылған малдарҙы тәрбиәләү – көндәлек хәстәр. Бынан тыш, етештерелгән ризыҡ һатыу юлдарын барлау ҙа хужаның үҙ иңедә. Стәрлебаштағы Йәшергән ауыл биләмәһен урындағы айырым иҡтисади зона, тип йөрөтәләр. Егермегә яҡын йүнсел ярышып эшләүҙе төп ҡағиҙә итеп алған. Кемдер май һыҡтырһа, ҡалғандары игенгә тотонған, сауҙа ла ныҡлы бара. Йәшергәндән Ынйы Вәлиәхмәтова исеме бер-нисә район, хатта ҡалаларға таныш. Дүрт-биш кешене эш менән тәьмин иткән йүнсел икмәк-бәлештәр бешереүҙе яйға һалған.Стәрлебаш районында ҙур предприятиелар юҡ тиерлек. Урындағы ҡаҙнаны тултырыуҙа яҡынса 35-40 процентты эшҡыуарҙар үҙ өҫтөнә алған. Төбәктә йүнселдәргә ярҙам итеү программаһын да булдырғандар. Стәрлебаштың йүнселдәргә ярҙам итеү өсөн үҙ проекттары ла бар. Райондың махсус программаһына ярашлы, һуңғы йылдарҙа йүнселдәргә миллион 400 мең һум биреү мөмкинлеген тапҡандар. Әлегә был сумманы ҙур тип әйтеп булмаһа ла, уның файҙаһы һиҙелерлек. Йәшергәндә, мәҫәлән, хәҙер ағас эшкәртеүселәр, таҡта ярыусылар үҙ цехтарын булдырыр, тигән өмөткә ышаналар.Стәрлебаштар хәҙер үҙ брендтарын да булдырмаҡсы. Бының өсөн мөмкинлек тә етерлек. Ибрай ауылында, мәҫәлән, “Ибрай майын” сығаралар.Әлегә иһә эшҡыуарҙарҙың үҙ хәстәре. Биктимер Ғиләжев, әйтәйек, тимер атын ремонтлау менән мәшғүл. Тиҙҙән яҙғы баҫыу эштәре башлана.