Республика хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә

Тулыраҡ: Республика хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә

Быйыл республикала 2 миллион 85 мең гектарҙа ашлыҡ, шулай уҡ техник культуралар үҫтерергә ниәтләйҙәр. Райондарҙа хәҙер урындағы сорттарға ла иғтибар арта. Тик төп мәсьәлә – ерҙең һаман да туң булыуында. Яҙғы баҫыу эштәре алдынан механизаторҙар үҙ ресторанын яңырта. Туҡланыу үҙәге менән был техника араһында оҡшашлыҡ тик ошо һүҙҙә генә. Кабинаның ҙур булыуынан көлөп, тракторсылар был маркалы техникаға ҡыҙыҡлы атама биргән. Ә шулай ҙа, Стәрлебаш хужалыҡтарын быйыл етди һынау көтә. Ҡаршылыҡтар яғыулыҡ майлау материалдарына, сәскес-тырмаларҙың әҙерелегенә бәйле түгел. Төп ҡатмарлыҡ һауа торошонда. Уҙған ҡыштың ҡарһыҙ булыуы арҡаһында, баҫыуҙар урыны менән метрға тиклем тәрәнлектә туңған. Бар тотҡарлыҡ ошонан ғибәрәт, ти агрономдар. Башҡа хужалыҡтарҙағы кеүек, “Заря” йәмғиәтендә лә хәстәр бер. Белгестәр хаҡтар артыуына зарлана. Дизель яғыулығы көнләп түгел, ә сәғәтләп ҡиммәтләнә. Быйыл районда майлы культураларға өҫтөнлөк бирергә ниәтләйҙәр. Урындағы хужалыҡтар етен менән бергә нут борсағын үҫтереп ҡарарға уйлай. Элиталы орлоҡтар, башҡа төр сеймал менән дә ҡатмарлыҡтар булмаҫ, тигән фекерҙә район игенселәре. Тик бөгөн хәл ителергә тейешле тағы бер мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырмау фарыз. Орлоҡсолоҡ хужалыҡтары дәүләттән ярҙам һорай. Иң ҡыуандырғаны, ҡыштың ҡарһыҙ булһа ла, ужымдың һәләк булмауы, ти Күндерәк менән Ашҡаҙар буйы хужалыҡтары. Районда быйыл 43 мең гектарҙа сәсеү эштәрен башҡарырға ниәтләйҙәр. Әлегә техника һаман да баҫыуға сыға алмай.Стәрлебаш баҫыуҙарында тракторҙар гөрләүе, һабантурғай һайрауы бөтөнләй ишетелмәй. Тәбиғәттең уҫал шаяртыуы яңы уңышта сағылмаҫ, тип ышана ауыл халҡы. Ауыл хужалығы эшсәндәренә ярҙам маҡсатынан яҙғы-сәсеү эштәренә һәм ураҡҡа республика ҡаҙнаһынан 15 миллиард һум смаһы аҡса бүленә.