Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Грецияла халыҡ урамдарға сығып көнбайыш коалицияһының Сүриәне утҡа тотоуына нәфрәт белдергән. Митингта ҡатнашыусылар Ҡушма Штаттар илселеге янында йыйылып Америка флагын яндырған.
  • Сүриәнең Алеппо ҡалаһында Америка етәкселегендәге коалицияға ҡаршы күләмле митинг ойошторолған. Халыҡ донъя йәмәғәтселеген тиҙ арала ашығыс саралар күрергә, Американы, ниһәйәт, тынысланырға саҡырған.
  • Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров Сергей Скрипаль һәм уның ҡыҙы Юлиәне Америкала ҡоралда булған БиЗет матдәһе менән ағыулауҙары ихтимал, тип белдерҙе. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Ғыйраҡтағы элекке инспекторы Антон Уткин химик ҡоралды тыйыу ойошмаһы хисабында ағыуланыусылар организмында БиЗет табылыуы тураһында мәғлүмәт булыуы ихтимал, тигән. БиЗет СССР-ҙа ла, Рәсәйҙә лә етештерелмәгән.
  • Белградта ҡала халҡы һорауы буйынса тәүге космонавт Юрий Гагарин бюсы һүтелгән. Ул 8-се апрелдә генә ҡуйылһа ла, күптәргә оҡшамаған. Космонавтың башы күләмле постаментта бик бәләкәй булып күренгән. Белградта йәшәүселәр быны йыһанға осоусы тәүге космонавтан көлөү тип, тиҙ арала яңыһын эшләүҙе талап иткән. Ҡала хакимиәттәре тиҙҙән Юрий Гагаринға яңы бюст ҡуйыласағы хаҡында белдергән.