Яҙ юлдарҙағы соҡор-саҡырҙы фаш итеп хәрәкәт хәүефен тыуҙырыр миҙгел. Юл төҙөү-ремонтлаусылар өсөн иһә ул эштәргә башланғыс таманлау мәле. Үҙәк юлдарҙағы тығынды урап үтергә теләп икенсе дәрәжәләгеләренә боролған водителдәргә тәрән соҡорҙарҙан имен сығыу өсөн айырым оҫталыҡ кәрәк. Тормош һөйөүсән ватандаштарыбыҙ бирешмәй. Юлдарҙың автоһәүәҫкәр генә түгел, йәйәүле өсөн дә уңайһыҙ урындары етерлек. Тик соҡорҙо яматыр өсөн уның үлсәмдәренең дәүләт стандартына тап килеүе мотлаҡ.Сипайлово халҡында Жуков дублеры атамаһы менән танылған был урамда соҡорҙар мәрйен урынына теҙелгән. Дәүләт стандарттарының 2018 йылғы үҙгәрештәренә ҡарамаҫтан, улар кисектергеһеҙ төҙөкләндереүҙе талап итә. Сипайловолағы Бикбай урамында иһә асфальттың көҙҙән һыҙырып алынған ҡатламы һаман тергеҙелмәгән. Октябрь районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге етәксеһе Руслан Фәхертдинов был участкаларҙа төҙөкләндереү йәйгә планлаштырыла, тип ышандырҙы.Башҡаланың Ленин районына ҡараған Беломор урамында иһә асфальтты хатта вәғәҙә итеүсе лә юҡ. Өс тиҫтә йыл дауамында төрлө етәкселәргә хат-үтенестәр ебәреүҙән арымаған Рузалия ханым был онотолған урынды башҡала үҙәге менән тоташтырған емерек баҫҡысты таш менән үҙе нығыта. Беломор урамына йәнәш Гузаков, Урман урамдары халҡының зары, ниһайәт, ишетелгән. Район хакимиәтенән улар быйыл йәй урамға асфальт ҡатнашмаһы түшәләсәге тураһында белдереү алған. Ленин районы хакимиәтенән аңлатыуҙарында бындағы урамдарҙың географик хәле төҙөкләндереүҙең башҡа ысулына әмәл бирмәй. Яҙҙың өмөттәрҙе уятыр мәл икәне мәғлүм. Ошо миҙгелдә умырзая морон төрткәндәй барлыҡҡа килгән соҡор-саҡырҙар ямалыр, урамдар тигеҙләнер, тип авто хужалары ла, йәйәүлеләр ҙә уңайлы һәм хәйерле юлдарға өмөт бағлай.
Эх, юлдар...
Тулыраҡ: Эх, юлдар...