Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

Тулыраҡ: Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

Өфөнөң 191-се балалар баҡсаһында шәжәрә байрамы үтте. Быйыл унда татар һәм украина милләте ғаиләләре үҙ нәҫеле менән таныштырҙы, күргәҙмәгә нәҫел ептәрен теҙеп шәжәрәһен ҡуйҙы, ҡунаҡтарға концерт номерҙарын бүләк итте. Шәжәрә байрамын кескәйҙәр йыр-моң менән башлап ебәрҙе. Килгән ҡунаҡтарға милли кейемдә сығыш яһаған балаларҙың һәр береһе үҙ һәләтен күрһәтте.Өфөнөң 191-се балалар баҡсаһында 196 бала тәрбиәләнә. Мари, сыуаш, башҡорт, татар, урыҫ, дағыстан, әзербайджан балалары тәрбиәләнгән баҡсала үткәрелгән был сара йолаға әйләнгән. Йыл һайын, ғәҙәттәгесә, төрлө милләт вәкилдәре үҙҙәренең быуын ептәре менән таныштыра.Быйыл иһә татар һәм украина милләттенең ғаиләләре үҙҙәренең нәҫел ептәрен барланы. Әйткәндәй, шәжәрә байрамына ата-әсәләр балалары менән үҙ быуынының ағасын төҙөп килтерә, милли аш-һыу бешерә, концерт номерҙарын ҡуя.Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, балалар баҡсаһында шәжәрә байрамдары йылдан-йыл йөкмәткелерәк, күңеллерәк үтә. Быйыл республикала ғаилә йылы билдәләнеү уңайлы, сарала тап ғаилә тураһында әңгәмә лә ойошторолдо. Һәр бала үҙ фекере менән уртаҡлашты.Кеше үҙ быуының ни тиклем төплөрәк белһә, милли аң кимәле, мәҙәнилеге, төрлө халыҡ вәкилдәре араһында үҙ бәҫен белеүе лә шул тиклем юғарыраҡ булыуын яҡшы аңлай Өфөнөң 191-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.