Республикала көндәр йылытыуға бәйле, ҙур йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә башланы.Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, алдағы ял көндәрендә көндәрҙең аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Башҡортостандың күпселек райондарында һауа температураһы төндә уртаса 3 градус һыуыҡ, көндөҙ +8 градус йылы. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы ташҡындың икенсе тулҡыны һәм йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеү ихтималлығы хаҡында хәбәр итә. Быға ямғырҙар ҙа булышлыҡ итәсәк. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, иртәгә айырым райондарҙа яуым-төшөм артасаҡ. Кесаҙнала көнъяҡ райондарҙа көслө ямғыр яуыуы көтөлә.
Ҡариҙел Шаҡша биҫтәһе янында 47 сантиметрға күтәрелгән.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, йылғаларҙың кимәле кәмей. Һуңғы тәүлектә Ағиҙел йылғаһы Өфө янында 13 сантиметрға һайыҡҡан һәм тәрәнлеге 2 метр 24 сантиметрға еткән. Дим йылғаһы Бочкарев ауылы тирәһендә 18 сантиметрға кәмегән, кимәле 4 метр ҙа 64 сантиметр. Ҡариҙел Шаҡша биҫтәһе янында 47 сантиметрға күтәрелгән. Уның кимәле әле 2 метр 68 сантиметр.