Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Сүриә биләмәһен утҡа тотоу сәбәпле Америкала күләмле ҡаршылыҡ акциялары ойошторолған. Окленд, Нью-Йорк ҡалаларында минтингтарҙа ҡатнашыусылар Вашингтондан хәрби операцияны тиҙ арала туҡтатыуҙы талап иткән.
  • Бөйөк Британия премьер-министры Тереза Мэй парламент алдында ни өсөн илдең Америка һәм Францияға ҡушылып Сүриәне утҡа тотоуҙа ҡатнашыуына аңлатма бирәсәк. Закон сығарыусылар хәрби операцияла ҡатнашыу алдынан Тереза Мэйҙың парламенттан фатиха алмауын ҡатын тәнҡитләп сыҡҡан.
  • Төнъяҡ флоттың “Маршал Устинов” ракета крейсеры Баренц диңгеҙендә күнекмәләр күнекмәләр башланы. Уның сценарийы буйынса, экипаж һауа һөжүмен кире ҡағырға, һыу өҫтөндәге сәптәрҙе “Форт” һәм “Оса” зенит комплекстары юҡ итергә тейеш. Күнекмәләрҙе Скандинав илдәре хәрбиҙәре ентекләп күҙәтә.
  • Хакимлыҡ итеүсе коалиция Әрмәнстанда илдең элекке президенты Серж Саркисян кандидатураһын премьер-министр вазифаһына тәҡдим иткәс халыҡ демонстрацияға сыҡты. Ҡаршылыҡ акцияһы полиция менән бәрелешкә тиклем барып еткән.