Башҡортостанда “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Тулыраҡ: Башҡортостанда “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал

Республика парламенты депутаттарының эшсе төркөмө үткәргән тикшереүҙәр һәм яһаған һөҙөмтәләр буйынса ауыл мәктәбе уҡыусыларының сифатлы белем алыу мөмкинлеге сикле. Был күренештең сәбәбе-уҡтыусыларҙың ҡартайыуында ғына түгел. Республикала ғәмәлгә ашырылған Электрон белем биреү программаһы талап иткән шарттар тулыһынса үтәлмәй. Ауыл ерендә Интернеттың тиҙлеге юғары түгел. Ә уҡыу барышын уңайлы ойоштороу өсөн йөҙ тапҡыр йылдамыраҡ тиҙлек кәрәк. Дөйөм һәм Берҙәм дәүләт имтихандары буйынса ауыл балаларының белем күрһәткестәре ҡаланыҡылар менән сағыштырғанда бер-аҙ түбән. Депутаттар ауылда белем биреү сифатын яҡшыртыу мәсьәләһен Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышының көн тәртибенә сығарҙы.