Йырсы ғына түгел, ғалим, ижади ҡарашлы оҫта, яҡшы ойоштороусы, тырыш эшҡыуар

Тулыраҡ: Йырсы ғына түгел, ғалим, ижади ҡарашлы оҫта, яҡшы ойоштороусы, тырыш эшҡыуар

Ошо барлыҡ һыҙаттарҙы үҙендә туплаған үҙенсәлекле шәхес Вилдан Яруллин бөгөн үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Аҙна һайын Вилдан Яруллин йорт хайуандарына ҡаланан тоҡ менән ашамлыҡ алып килә. Бында уны тиҫтәгә яҡын ҡуян һәм яратҡан бесәйҙәре көтә.Ул шулай һәр береһенә наҙлап өндәшә, яратып та ала. Йорт хайуандарына һөйөү бәләкәйҙән килә, ти Вилдан Хәлиҙәр улы.Хужа ҡышҡылыҡҡа ябып ҡуйылған бал ҡорттарын да күрһәтте. Умартасылыҡ менән ул 10 йыллап шөғөлләнә.Вилдан Яруллин һунарҙы ла үҙ итә. Мал йәнле кешенең маҡсаты хайуандарҙы атыу түгел, ә ял итеү. Вилдан Яруллинды киң йәмәғәтселек йырсы һәм артист булараҡ ҡына белә һәм беҙ уны сәхнәлә генә күрергә күнеккән. Ә баҡтиһәң, ул ижади ҡарашлы оҫта ла. Ошо төҫлө таштар һәм мәсет макеты менән биҙәлгән мейесте ул үҙ ҡулдары менән эшләгән. Сәнғәт институты менән бер рәттән, Башҡорт дәүләт университеты ла Вилдан Хәлиҙәр улы өсөн ят түгел. Ун йыл элек ул был уҡыу йортона яңы белем артынан килгән.Йырсы аспирант музыканың трансценденталь теорияһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа һәм философия фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала.Әммә был баҫҡыста ғына туҡталып ҡалырға йыйынмай йырсы, киләсәктә докторлыҡ диссертацияһын яҡларға планлаштыра. Ә әле 50 йәшлек юбилейына арналған концертҡа әҙерлек эштәре менән янып йөрөй.“Алтын юбилей” тип исемләнгән тамаша, бөгөн, йәғни 17 апрель “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтә. Ошо уңайҙан легендар “Ҡарауанһарай” төркөмөнөң тәүге составы бергә йыйылып сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ, илдең төрлө төбәктәренән юбилярҙың донъя кимәлендә танылыу алған ижадташ дуҫтары ла ҡотларға ниәт белдергән.Вилдан Яруллин үҙе лә яңыраҡ ҡына Ҡаҙағстанға “Ебәк юл йондоҙо” халыҡ-ара музыкаль конкурсына баһалама ағзаһы итеп саҡырылғайны. Өс ай буйы Алматы ҡалаһында йәшәп, ул юғары квалификациялы бегстәрҙән төҙөлгән комиссия составында йәш йырсыларҙы баһалай. Әйткәндәй, был конкурста Вилдан Хәлиҙәр улы Башҡортостандың данын яҡлаған Ян Лира менән бергә “Сыңрау торна” йырын башҡарып, тамашасыларҙы таң ҡалдыра.Легендар “Ҡарауан-һарай” төркөмөнә яңы һулыш биреү идеяһы ла уныҡы. Ошондай уҡ исем аҫтында студия ойоштороп, йәштәргә ҡанат ҡуйыусы, ҙур сәхнәгә юл асыусы остаз да ул. Ихлас, киң күңелле кеше, уның кеүек ошойтороусыны башҡа осратҡаным юҡ, ти уның хеҙмәттәштәре. Юбиляр үҙенең ярты быуатлыҡ ғүмеренә байҡау яһап, ошондай һығымта яһай. Ысынлап та, үкенергә урын юҡ. Билдәле йырҙа йырланғанса, Вилдан Яруллиндың “йәшен һорамай, ә күрһәткән эшен һанаһаң”, уның ғүмерен быуатҡа тиңләрлек.