Бысаҡ менән ҡоралланып уҡыусы мәктәпкә һөжүм иткән. 4 кеше яраланған. Бынан тыш, уҡыусының классҡа ут төртөүе тураһында ла билдәле. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер ҡыҙға төтөнгә тонсоҡмаҫ өсөн тәҙрәнән ырғырға тура килгән. Яраланыусылар араһында уҡытыусы ла бар тип хәбәр ителә. Һөжүм итеүсенең коррекция класында уҡыуы билдәле. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан иң һуңғы мәғлүмәттәр менән беҙ хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопованың тура эфирға сығыуын көтәбеҙ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡ ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл