Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
  • Бөйөк Британия парламенты алдында премьер-министр Тереза Мэйҙың Америка һәм Франция менән берлектә Сүриәне утҡа тотоу тураһындағы ҡарарына ҡаршы акция үтте.
  • Химик ҡоралды тыйыу ойошмаһы белгестәре Сүриәнең Дума ҡалаһында эшләй башланы. Уларға химик һөжүм булыу ихтималлығы бар тип табылған биләмәне тикшерергә тура киләсәк.
  • Федераль именлек хеҙмәте Ростов өлкәһендә террор ғәмәле ҡылырға уйлаған өс кешене ҡулға алған. Уларҙа электрон элемтә саралары, ҡорал һәм шартлатҡыстар табылған.
  • Әрмәнстан парламенты Серж Саргисянды премьер-министр итеп һайланы. Асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә ул 77 тауыш йыйған. Экс-президентты премьер-министр итеп һайлауға ҡаршы илдә күләмле акциялар тынмай. Ереванда демонстранттар менән полиция бәрелешеү сәбәпле тиҫтәләгән кеше яраланған.