Иртәгә Башҡортостан башлығы тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк

Тулыраҡ: Иртәгә Башҡортостан башлығы тура эфирҙа халыҡ һорауҙарына яуап бирәсәк

Тапшырыуҙы республиканың барлыҡ телевидение һәм радио-каналдары трансляциялай. Рөстәм Хәмитовҡа теләгән һәр кем 8-800-347-0-347 үҙен борсоған һорауын бирә ала. Һорау ҡабул итеү үҙәгендә быйыл хеҙмәткәрҙәр сменалап эшләй. Операторҙар билдәләүенсә, шылтыратыусылар һаны көндән-көн арта. Төбәк башлығына һорауҙарҙы телефон аша ғына түгел, ә сайт аша ла еткереү мөмкинселеге бар. Һорауҙар махсус электрон порталда теркәлеп бара. Һәр шылтыратыусыға айырым карточка асыла. Унда кешенең исем-фамилияһы, йәшәгән урыны, телефоны йәки электрон почтаһы ла яҙыла. Был аҙаҡ шылтыратыусы менән бәйләнешкә инеү өсөн кәрәк. Сөнки ойоштороусылар әйтеүенсә, бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмаясаҡ. 12-се аперлдән алып бөгөнгәсә үҙәк 3 мең ярымдан ашыу һорау ҡабул итеп өлгөргән. Күбрәк ауыл, райондарҙан торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, юл мәсъәләһе буйынса шылтыраталар. Һорауҙар иртәнге 9 киске алтыға тиклем ҡабул ителә.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү 19 апрелдә киске сәғәт етелә була. Тура эфирҙа барасаҡ тапшырыуҙы республиканың барлыҡ телевидение һәм радио-каналдары трансляциялай. Рөстәм Хәмитовҡа теләгән һәр кем үҙен борсоған һорауын көн һайын иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем 8-800-347-0-347 телефоны һәм шулай уҡ, тәүлек әйләнәһенә беҙҙең сайт gtrk.tv адресы буйынса ҡалдыра ала.