Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡта ғәҙәттән тыш хәл

Бысаҡ тотоп мәктәпкә һөжүм итеүсе ҡулынан яраланыусы 3 бала һәм бер уҡытыусы ҡала дауаханаларына һалынған. Уларҙың хәле уртаса, тип баһалана. Ҡалаға, фажиғә урынына республика башлығы Рөстәм Хәмитов килде. Стәрлетамаҡтағы фажиғә тураһына Рәсәйҙең балалар хоҡуҡтары вәкиле Анна Кузнецоваға ла хәбәр ителде. Ул Башҡортостандағы омбудсмен Милана Скоробогатоваға тейешле күрһәтмәләр биргән. Республикалағы вәкил иһә әлеге миунттарҙа Стәрлетамаҡта. Ул ваҡиға урынында айырым тикшереү үткәрергә ниәтләй. Милана Скоробогатова әйтеүенсә, яҡын арала балалар психологтары, уҡытыусылар менән махсус кәңәшмә үткәреләсәк.