Ватан һаҡсыларының батырлығы өлгөһөндә йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләү мәсьәләһе бөгөн Башҡортостан хөкүмәте эргәһендәге ведомство-ара комиссия ултырышында тикшерелде. Ил президенты иғлан иткән “Ирекмән йылы” һәм Волга буйы федераль округы биләмәләрендә яңы проект “Ватан геройҙары”н бойомға ашырыу саралары билдәләнде. Был саралар Рәсәйҙә ил һаҡсыларының иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы законды үтәү маҡсатында ойошторола. “Ватан геройҙары” йәмәғәт проекты сиктәрендә батырҙар тарихын пропагандалаусы музейҙар, шул иҫәптән мәктәп музейҙары ҡатнаша ала. Республикала шулай уҡ “Ирекмән йылын” ойоштороу буйынса ла саралар планы билдәләнде.
Ватан геройҙары
Тулыраҡ: Ватан геройҙары