Йылғаларҙа һыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә

Тулыраҡ: Йылғаларҙа һыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә

Башҡортостанда өсөнсө тәүлек ҙур ҡалалар эргәһендәге йылғаларҙа һыу кимәленең кәмеүе күҙәтелә. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, был тәү сиратта һауа торошона бәйле. Төндәрен республикала температура 8 градусҡа тиклем түбәнәйә. Алдағы көндәрҙә ямғыр яуыуы һәм йылытыуы, шуға ла һыу кимәленең йәнә артыуы көтөлә. Өфөлә, көнбайыш райондарҙа һәм айырым көнсығыш райондарҙа ҡар тулыһынса ирегән.