Өфөлә төҙөлөш майҙанында нигеҙ соҡорон ҡаҙыған ваҡытта ер ишелеп төшкән. Һөҙөмтәлә, эргәһендәге йорттан бер-нисә метр алыҫлыҡта ғына ҙур соҡор барлыҡҡа килгән. Һәм ул көндән-көн нығыраҡ уйыла, ти унда йәшәүселәр. Бинаның бөтөнләй емерелеп төшөүенән ҡурҡҡан кешеләр ярҙам һорап беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итте. Роза Жданова йорттарының емерелеүенән ҡурҡа. Бөтәһенә лә эргәлә барған төҙөлөш эштәре сәбәпсе. 1959 йылда уҡ ошонда күсеп сыҡҡан ҡатын, 60 йыл эсендә беренсе тапҡыр бындай хәлде күҙәтә.Шул уҡ экскаватор Роза Жданова үҙе, аҙаҡ уның балалары йөрөгән балалар баҡсаһын да емергән. Тап уның урынында хәҙер ошо алты ҡатлы йортто төҙөйҙәр. Урындағы халыҡты уларҙың йортона төҙөлөштөң үтә лә яҡын булыуы борсой. Бейек бина ҡояш яҡтылығын ҡаплауҙан тыш, эргәһендәге ике йортҡа емерелеү хәүефе менән янай. Сөнки нигеҙ соҡорон ҡаҙыған ваҡытта ер ишелеп төшә.Әлеге ваҡытта йорт менән упҡын араһында ни бары ике метр тирәһе. Һәм ул көндән-көн убыла, ти урындағы халыҡ. Ә ямғырҙар башланыу менән тупраҡ тағы ла нығыраҡ йомшарып, бина бөтөнләй ер аҫтына китеүе ихтимал.Өҫтәүенә, ер аҫты һыуҙары ла тупраҡты йыуа. Өҫкә сыҡҡан һыуҙы цистерналар менән ташып торһалар ҙа, төҙөлөш майҙансы ҡоромай.Хәүефле йортта йәшәүселәр ярҙам һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәләр ҙә, төҙөлөш барлыҡ нормаларға ла тап килә, тип яуап ҡайтаралар. Шуға мәсьәләне суд аша хәл итергә йыйыналар.Тикшереү һөҙөмтәһендә күҙәтеү органдары грунттың емерелеүен асыҡлаған һәм әле был етешһеҙлекте бөтөрөү өҫтөндә эш алып барыла, тине ҡала хакимиәте.Төҙөлөш майҙанында эшселәр беҙҙең һорауҙарға яуап биреүҙән баш тартты.Барлыҡҡа килгән соҡор өлөшләтә күмелде, урындағы халыҡҡа борсолорға урын юҡ, тинеләр телефон аша ғына ойошманың етәкселәре. Әммә упҡын өҫтҫөндә йәшәүселәр, ғүмерҙәренә хәүеф янаған өсөн был төҙөлөштөң бөтөнләй туҡтатылыуын талап итә.
Упҡын өҫтөндә йәшәүселәр
Тулыраҡ: Упҡын өҫтөндә йәшәүселәр