- Химик ҡоралды тыйыу ойошмаһы Гаагала сираттан тыш ултырышын үткәрҙе һәм Скрипальдарҙы ағыулау эше буйынса хисабы менән таныштырҙы. Ойошма белгестәре ағыуҙың ҡайҙа етештерелгәнен билдәләй алмаған.
- Рәсәй Сүриәнең Дума ҡалаһындағы химик һөжүмдең алдан уйланылған провакация икәнен иҫбатлаусы мәғлүмәттәр барлығы тураһында белдерҙе. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров был эшкә бер илдең махсус хеҙмәттәренең ҡыҫылышы бар, тине Дипломат көнбайыш илдәре авантюраға бармаҫ, тигән ышаныс белдерҙе.
- Куба парламентының тәүге тарихи ултырышы тамамланды. Рауил Кастро ил башлығы вазифаһынан китә. Депутаттар бөгөн тауыш бирергә тейеш, дәүләт советының яңы рәйесенең исеме лә бөгөн билдәле буласаҡ. Был вазифаға Мигель Диас-Канель вазифаһы тәҡдим ителгәйне.
- Одессала Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе емергәндәр. Вандалдар Мәскәү, Новороссийск һәм Тула кеүек герой ҡалалар исемдәрен буяғандар һәм уларҙың урынына Донбасстағы хәрби конфликт биләмәһендәге ауыл һәм ҡала исемдәрен яҙғандар.
Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре