Башҡортостан менән Болгария хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтергә ниәтләй

Тулыраҡ: Башҡортостан менән Болгария хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтергә ниәтләй

Бөгөн Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Болгарияның Рәсәйҙәге илсеһе Бойко Коцев осрашыуында бәйләнештәр булдырыу тураһында һүҙ барҙы. Ҡунаҡтар беҙҙең республикала үҙ тауарҙарын тәҡдим итеүсе Болгария сауҙа йортон асыу мәсьәләһен күтәрҙе. Шул уҡ ваҡытта ике яҡ өсөн дә отошло нефть һәм нефть химияһы тармағында тәжрибә уртаҡлашыу, студенттар һәм белгестәр менән алмашыу тураһында килешелде. Туризм йүнәлешен йәнләндереү һәм юл хаҡын кәметеү өсөн чартер рейстар асыу, виза кәртәләрен йомшартыу кәрәклеге әйтелде.