Бетләгән йортта йәшәүселәр михнәттәре

Тулыраҡ: Бетләгән йортта йәшәүселәр михнәттәре

Иглин халҡы Ветерандар урамында урынлашҡан ике ҡатлы йортҡа әллә нисәмә йылдар капиталь ремонт эшләнмәүенә зарлана. Идарасы компания юҡ, шуға ла йорт ташландыҡ хәлдә. Урындағы халыҡ өй ҡыйығын һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын хәлдәренән килгәнсә үҙҙәре эшләргә мәжбүр. Бынан тыш, ҡайһы бер фатирҙағы диуарға үңәҙ бәшмәге сығыу сәбәпле бет үрсегән. Бер бүлмәле фатирҙа йәшәүсе Ирина Ғәлиева әйтеүенсә, өй эсендә ремонт эшләүҙән файҙа юҡ. Йәбештергән обой диуарҙың дымлы булып күгәреүе арҡаһында килеп төшә, шул сәбәпле ауыр еҫ өй эсенә тула. Крандан аҡҡан һыу ҙа эсерлек түгел.Был йортта көн күреүселәрҙе бигерәк тә яҙғыһын ҡыйыҡтан һыу ағып йонсота. Урындағы хакимиәттән ярҙам күрһәтелмәгәс, халыҡ ҡыйыҡты үҙ аҡсаһына ҡаплай. Йорт диуарының дымлы булыуы арҡаһында, күптәр үҙ һаулығына зарлана. Өс бала әсәһе Альбина Фәттәхова һүҙҙәренсә, өйҙәрендә бет үрсегән. Ветерандар урамында урынлашҡан ике ҡатлы йортҡа 1964 йылда нигеҙ һалынған. Йорт тәүҙә Иглиндағы һөнәрселек училищеһына ҡараһа, ә 2004 йылда ул урындағы хакимиәткә тапшырыла. Ике ҡатлы йорттоң идара итеү компанияһы юҡ. Шуға ла йорттоң эске һәм тышҡы яғына бер ниндәй ҙә ремонт эшләнелмәй.Бынан тыш, подьезд алды ла йыл һайын бысраҡ һыу менән тула. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, ике ҡатлы йорттағы торбаларҙың эшләмәүе арҡаһында, бысраҡ һыу тап ошо урынға йыйыла. Бигерәк тә яҙғыһын бындағы һыу күрше-тирәләге баҡсаларға һәм йылғаға ағып төшә. Ә йәйгеһен бысраҡ һыу бөтөнләй кипмәй.Бер нисә йыл элек бында торлаҡ-милекселәре ширҡәте ойошторола, әммә тиҙҙән ул да тарҡала. Халыҡ район хакимиәтен ике ҡатлы йортто рәткә килтермәүендә ғәйепләһә, урындағы хакимиәт, киреһенсә, халыҡ капиталь ремонт өсөн аҡса түләмәй, тип белдерә.Хәҙер емерелергә торған йортта йәшәүселәр үҙҙәренә идарасы компания һайларға тейеш. Ризаһыҙлыҡ була ҡалһа, идара итеү компанияһы конкурс аша һайланасаҡ.