Уның һөҙөмтәһендә исемлектең тәүге баҫҡыстарын биләүселәр 16 сентәбрҙә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һайлауҙарында ҡатнашыу хоҡуғын ала. Алдан һайлау процедураһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Иң мөһиме уның хөкөмгә тарттырылмауы, сит илдә иҫәбе һәм вклады булмауы зарур. Праймериз өс этапта үтә. 2 апрелдән 8 майға тиклем ҡатнашыусыларҙан ғаризалар ҡабул ителә. 13 апрелдән 27 майға тиклем — дебаттар ваҡыты. Ә алдан тауыш биреү көнө 3-сө июнгә тәғәйенләнгән.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы праймеризында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү дауам итә
Тулыраҡ: “Берҙәм Рәсәй” партияһы праймеризында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү дауам итә