Республика мәктәптәрендә именлек саралары көсәйтелде

Тулыраҡ: Республика мәктәптәрендә именлек саралары көсәйтелде

Был Стәрлетамаҡтағы ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы мәктәптәрҙең береһендә кисә бысаҡ менән ҡоралланып уҡыусы мәктәпкә һөжүм итте. 4 кеше яраланды. Улар араһында уҡытыусы ла бар. Бынан тыш, уҡыусы классҡа ут төрткән. Һөжүм итеүсенең коррекция класында уҡыуы билдәле. Тәфтишселәр 17 йәшлек Артемдың фатирында тентеү үткәргәндә уның дошмандарының исемлегенә юлыға. Үҫмер йәберләүселәренең исемдәрен айырым бер дәфтәргә теркәп барған. Мәктәпкә һөжүм итер алдынан ул ташландыҡ йорттарҙың береһендә “Молотов коктейлен” ырғытырға өйрәнгән.