Республикала быйыл был бөжәктәрҙән зыян күреүселәр теркәлмәһә лә, эпидемиологтар тәүге фараздар яһай. Рәсәй субьекттары араһында Башҡортостан талпан буйынса хәүеф тыуҙырған төбәктәр исемлегенә инә. Бының сәбәбе – республикала урман биләмәләренең ҙур булыуы. Һуңғы йылдарҙа йыртҡыс бөжәктәр төрҙәре күбәйгән. Борсолорға урын булмаһа ла, һаҡлыҡ сараларын бөгөндән күрергә кәрәк.Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда талпан тешләүенән үлеүселәр юҡ. Шулай ҙа, бөгөн махсус тикшереү үткән йыртҡыс бөжәктәр ағыуында баррелиоз вирустары табылған. Әлегә ошондай беренсе осраҡ теркәлгән. Бәхеткә, вирус кеше ҡанына күсеп өлгөрмәгән. Табиптар һүҙҙәренә ҡарағанда, талпан тешләүенән ҡала халҡы күберәк зыян күрә. Асыҡланыуынса, ауылда йәшәүселәр был бөжәкте танып белһә, ҡаланыҡылар талпанды күргәне лә юҡ. Талпан эҙләп урманға барырға кәрәкмәй. Уны парктарҙа ла табырға мөмкин. Тик быйыл йыртҡыс бөжәктәр үтә лә иртә әүҙемләшкән. Махсус үҙәккә, быйыл ошондай йыртҡыс бөжәкте февралдең 21 алып килгәндәр.
Башҡортостан талпандар һөжүменә әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан талпандар һөжүменә әҙерләнә