Рөстәм Хәмитов: Шихандарҙы эшкәртеүгә юл ҡуйылмаясаҡ

Тулыраҡ: Рөстәм Хәмитов: Шихандарҙы эшкәртеүгә юл ҡуйылмаясаҡ

Бөгөн Республика башлығы менән тура һөйләшеү ваҡытында айырыуса һаҡланған тәбиғи биләмәләр-Шихандарҙың киләсәге тураһында ла һорау яңғыраны. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, шихандарҙан айырыуса һаҡланған статусын алыу мөмкин түгел. Ул беҙҙең тәбиғи ҡомартҡы. Ул беҙҙең ғорурлыҡ. Беҙгә, әлбиттә, төрлөсә баҫым яһала. Мин альтернатив сығанаҡтар эҙләргә саҡырам. Улар беҙҙең аяҡ аҫтында. Әгәр уның сифаты ҡәнәғәтлендермәй икән, технологияларҙы үҙгәртергә кәрәк. Тәбиғи ҡомартҡылар халыҡ байлығы. Шуға ла Республика бер ваҡытта ла законды боҙмаясаҡ. Әлеге ҡануниәт нигеҙендә, тәбиғи ҡомартҡылар бик етди һаҡлана. Мин айыҡ аҡыл өҫкә сығыр, тип уйлайым. Килем алам тип кенә кешеләргә, тәбиғәткә ҡаршы барып булмай. Быны барыһы ла аңларға тейеш. Республика башлығының был һүҙҙәрен осрашыуға килеүселәр алҡыштар менән ҡабул итте.